Райондың Балалар-йәшүҫмерҙәр спорт мәктәбендә үткәрелгән “Йәш беҙгә кәртә түгел!” тип аталған спорт сараһында өлкән йәштәгеләр ҡатнашты.
Нисә йәш булыуға ҡарамаҫтан, кешенең спортҡа ҡарашы уның йәшәү рәүешенә бәйле. Әүҙем тормош алып барыу, һаулыҡты хәстәрләү – һәр кеше өсөн дә мөһим.
Ярышта Балыҡлыкүл, Таштамаҡ, Исмәғил, Михайловка ауыл Советтарынан, Талбазы үҙәк дауаханаһы ветерандары, Талбазы ауыл Советының “Беҙ һәрсаҡ йәш” командаһы һәм А.Озер етәкселегендә һауыҡтырыу гимнастикаһына әүҙем йөрөүселәрҙең “ДЮСШ”тип аталған командаһы ҡатнашты.
Сараның башынан уҡ ҡатнашыусылар сәм менән тотондолар. Улар бөтә эстафета ярыштарында ла теләп ҡатнашты. Иң күңеллеһе “Моңдо эҙләп тап” конкурсы булғандыр, моғайын.
Сараның программаһы ла үҙенсәлекле ине, бында ҡатнашыусылар физик әҙерлектәрен күрһәткәндә арымаһындар, ә ыңғай тойғолар, көстәре артыуын тойоп, тормошта тағы ла яңы еңеүҙәргә ышаныстары уянып таралһындар өсөн уйланылған.
Бында еңеүселәр-еңелеүселәр булманы, үткәрелгән сағыу байрамдан ҡәнәғәт булып ҡалдылар.
Һуңынан иҫтәлекле бүләктәр, грамоталар тапшырылды.