Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2019, 22:14

“Алға” берҙәм транспорт картаһы яңы мөмкинлектәр аса

1 октябрҙән Өфөлә пассажирҙар “Алға” берҙәм транспорт картаһы буйынса бер сәғәт эсендә “Башавтотранс” автобустарынан электр транспортына һәм трамвай, троллейбустан, киреһенсә, автобусҡа күсеп ултырған осраҡта өҫтәмә хаҡ түләмәйәсәк.

Бындай мөмкинлек Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты тарафынан ғәмәлгә индерелгән сәғәтле тариф нигеҙендә ҡала буйлап юл йөрөгәндә бер нисә транспортҡа күсеп ултырған пассажирҙарға бирелә. Мәғлүм булыуынса, яңы тариф 1 сентябрҙән төбәктә “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы автобустарында индерелгәйне. Унан тиҫтәләрсә мең кеше файҙаланып та өлгөрҙө.
Автобус, трамвай, троллейбустарҙа ҡуйылған терминалдар транспортҡа ултырыу ваҡытын күҙәтеү мөмкинлеген бирә. Әгәр беренсе, икенсе һәм артабанғы ултырыштар араһында 60 минуттан аҙыраҡ ваҡыт үтһә, был карта өсөн ташлама ҡулланыла.
“Башавтотранс” һәм МУЭТ предприятиеларында юл хаҡын түләүҙең автоматлаштырылған системалары техник яҡтан үҙгәртеп ҡорола. Был пассажирҙарға йәмәғәт транспортының бер төрөнән икенсеһенә күсеп ултырыу мөмкинлеген бирә. Киләсәктә юл хаҡын түләүҙең яңы системаһына шәхси ташыусылар ҙа күсерәсәк.
Берҙәм транспорт картаһы республикабыҙҙа 1 июлдән ғәмәлгә индерелде. Әле юл хаҡын бер транспортта түләп, икенсе автобустарға дүрт тапҡыр күсеп ултырыу һәм уларҙа бушлай йөрөү осраҡтары теркәлгән. Ә был иһә пассажирҙар автобустарҙа 60 һум, электр транспортында 54 һумды экономиялаған, тигән һүҙ. “Бәхетле сәғәт” тарифы төбәктә 1 сентябрҙән ғәмәлдә.
Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА.
21
Читайте нас: