Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, акция башланғандан алып 96 меңдән ашыу кеше тикшереү үткән, уларҙа 9031 етди сир хәүефе табылған. Шул иҫәптән 535 – яман шеш, 836 – шәкәр диабеты, 7572 юғары ҡан баҫымы хәүефе осрағы. Бөтә пациенттар ҙа диагнозды аныҡлау өсөн тикшереүгә һәм дауаланыуға ебәрелгән.