Башҡортостандағы алты балалар баҡсаһы 2020 йылда грант алыу өсөн конкурста еңеүсе булды.
Был дәүләт субсидияһы федераль бюджеттан коммерциялы булмаған ойошмаларға Ул грант ата-әсәләргә йәки балаларҙың законлы вәкилдәренә, шулай уҡ ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алырға теләгән граждандарға психологик-педагогик, диагностик, консультатив ярҙам күрһәтеүҙе финанс яҡтан тәьмин итеү маҡсатында дәүләт ярҙамы программаһы сиктәрендә бирелә.
Рәсәй буйынса 164 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы шундай грантты отҡан, тип хәбәр итәләр республиканың Мәғариф министрлығынан.
Субсидия аҡсалары шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың иртә үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыуға, ғаиләлә мәктәпкәсә белем алған балаларҙың ата-әсәһенә психологик-педагогик, методик һәм консультация ярҙамы программаһын тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк.
Өфөнөң 220-се, 97-се һәм 29-сы, Бөрө ҡалаһының 7-се, Өфө районы Булгаков ауылының “Семицветик” һәм ошо уҡ райондың Подымалово ауылының “Фантазия” исемле балалар баҡсалары конкурста еңеүсе булды.
(“Башинформ” мәғлүмәт агенлығы материалдарынан).