Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указына ярашлы 2020 йыл 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап һәм тарихи иҫтәлектәрҙе һаҡлау маҡсатында Хәтер һәм дан йылы буласаҡ.
Ауырғазыла тарихи урындарҙа төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Әлеге көндәрҙә Еңеү паркында урынлашҡан Ленин һәйкәле алдындағы майҙансыҡта асфальт һалыу эштәре башҡарыла. Унда райондың юл төҙөү һәм ремонтлау идараһы эшселәре эшләй.
Шулай уҡ һәйкәлде лә ипкә килтерәсәктәр.