Башҡортостанда йыл аҙағына тиклем Языково үҙәк дауаханаһына, Туймазы һәм Дүртөйлөләге балалар дауаханаларына төкәтмә төҙөлөп бөтәсәк.
Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса матди-техник базаны нығытыу, капиталь ремонт эшләү өсөн федераль һәм республика бюджеттарынан 1,5 млрд һумға яҡын аҡса бирелгән, улар 114 учреждение араһында бүленгән.
Республика клиник балалар дауаханаһында төп корпуста капиталь ремонт дауам итә, ә Өфө ҡалаһының 43-сө дауаханаһында комплекслы ремонт эштәре бара. Салауат, Октябрьский ҡалаларында шулай уҡ балалар дауаханаһы, Бәләбәйҙә бала тыуҙырыу йортонда ремонт эшләнә.
Киләһе йылда Республика яман шеше ауырыуҙары диспансерына, Учалы ҡалаһында хирургия корпусын , Салауатта күп тармаҡлы дауаханаһын төҙөүҙе, Октябрьский ҡалаһындағы 1-се дауахананың хирургия корпусын үҙгәртеп ҡороуҙы тамамларға планлаштыралар.
Г.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының яңы корпусын төҙөү мәсьәләһе буйынса йәмәғәт тыңлауҙары булған, был эште башҡарыу буйынса килешеү стадияһындалар, ведомствола таныштырғандар.
12 милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн республикаға 170,6 млрд һум бүленәсәк.