Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2019, 20:54

Яҙыусы Риф Мифтаховҡа 80 йәш тулды

Төрөмбәт ауыл китапханаһында үткән "Әҙәбиәтебеҙҙең көләс йөҙлө арғымағы" исемле дәрес Риф Мифтаховтың 80 йәшлек юбилейына арналды

Төрөмбәт ауыл китапханаһында үткән "Әҙәбиәтебеҙҙең көләс йөҙлө арғымағы" исемле дәрес Риф Мифтаховтың 80 йәшлек юбилейына арналды.
Мәктәптең 6 класс уҡыүсылары яҙыусы тураһында бик күп мәғлүмәт алдылар. "Риф Мифтаховҡа 80 йәш" тигән китап күргәҙмәһе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һорауҙарын бирҙеләр, уның ижады менән таныштылар.
Төрөмбәт кешеләре Ишембай ерендә тыуып үҫкән Риф Мифтаховты айырыуса яҡын, үҙ итеп күрә. Шулай булмай ни, ул ошо ауылда тыуып, Өршәк һыуҙарын эсеп, уның тәбиғәтенә ғашиҡ булып, ҡабатланмаҫ фәлсәфәүи шиғырҙар тыуҙырған яҡташыбыҙ, атаҡлы башҡорт шағиры Рәшит Назаровтың тормошон һәм ижадын өйрәнеүгә күп көс һалған шәхес.
Уның мөхәррирлегендә Рәшит Назаровтың "Йәшен", 2 томда "Һайланма әҫәрҙәре" донъя күрҙе.
(Район үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре материалдары һәм фотоһы ҡулланылды).
Читайте нас: