Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Сентябрь 2019, 11:31

Ташламалы кредит кемдәргә биреләсәк

Ресторандар, ҙур булмаған магазиндар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы ташламалы кредитҡа дәғүә итә ала

Йыл башында бирелгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 140 566 субъекты теркәлгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, 956 берәмеккә күберәк. Һөҙөмтәлә республикабыҙ ошо йәһәттән Рәсәйҙә – 12-се, Волга буйы федераль округында дүртенсе урын биләй.
“Әлбиттә, өлгәшелгәндәр менән ҡәнәғәт ҡалырға ярамай, үҫеште тағы ла әүҙемләштереү, халыҡты үҙ кәсебен асыуға киңерәк йәлеп итеү мөһим” тигән бурыс ҡуйҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Ошо күрһәтмәләргә ярашлы, республикабыҙҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү эше комплекслы алып барыла.
Ресторандарға, ҙур булмаған магазиндарға ташламалы кредит биреү ҙә уртаҡ маҡсатҡа үҙ өлөшөн индерәсәк.
Рәсәй Хөкүмәте тарафынан 8,5 проценттан ашыу булмаған ставка буйынса дәүләттән субсидияланған кредит алыуға хоҡуҡлы эшҡыуарлыҡ йүнәлештәре исемлеге киңәйтелде. Уға берәмләп һатыу өлкәһендәге эшмәкәрлек (микропредприятиелар өсөн); шәхси күсемһеҙ милекте (ер участкалары, күп фатирлы йорттар, торлаҡ йорттар, фатир һәм башҡа торлаҡ биналарынан тыш) һәм шәхси күсмә милекте арендаға биреү индерелде.
Ресторандарға льготалы кредит алыуға мөмкинлек асылды. Уның инвестиция маҡсаттарына максималь суммаһы ике миллиард һумға тиклем арттырылды. Был шарт бурысҡа алырға теләгән һәр кем өсөн бер үк, эшмәкәрлек төрөнә ҡарамай.
Банктарҙың бәләкәй предприятиелар менән кредит килешеүе буйынса субсидиялау ставкалары 3,5 процентҡа тиклем арттырылды. Ошондай уҡ ставка урта предприятиелар өсөн дә ҡаралған, әгәр улар хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү йәһәтенән төбәк программаһында ҡатнашһа. Башҡа осраҡтарҙа иһә – өс процент.
Яңы башланғыс илдә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, ти белгестәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был милли проектҡа ярашлы, 2024 йылға тиклем Рәсәйҙә үҙ кәсебен йәйелдергәндәр 25 миллион кешегә тиклем артырға тейеш.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш өлөштән – федераль проекттан – тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор: Д. ИШМОРАТОВА ("Башҡортостан"гәзите).
Читайте нас: