Ауырғазы районынан быйыл төҙөлгән “Экоовощи” (Сыуаш-Ҡарамалыһы ауылы) һәм “Искра-1” (Бишҡайын ауыл Советы) кооперативтары конкурста ҡатнашты
Башҡортостанда ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын үҫтереү программаһы эшләй. Ауыл ерендә килемде арттырыу буйынса ла проект ғәмәлгә ашырыла. 25 сентябрҙә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында ошо проекттар буйынса конкурсҡа йомғаҡлау булды.
Ауырғазының ике кооперативы ла еңеүселәр исемлегенә инде. Улар, проекттарын яҡлап, республика бюджетынан 5,7 миллион һум тирәһе грант алыуға иреште. Бынан тыш, проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн улар үҙ аҡсаларына 600 мең һумға яҡын суммаға йыһаздар һатып алды.
Кооперативтарҙың береһенең төп эшмәкәрлеге булып йәшелсәләрҙе йыйыу, һаҡлау, сорттарға айырыу, таҙартыу, төргәкләү, күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу, ташыу тора. Икенсеһе – һөттө йыйыу, һыуытыу, ташыу менән шөғөлләнә.
Грант аҡсалары кооперативтарға етештереүсәнлекте киңәйтеүгә, эш урындары булдырыуға, ауыл халҡының килемен күтәрергә ярҙам итәсәк.
(Ауырғазы хакимиәтенең консультация-мәғлүмәт үҙәге материалдары буйынса).