Балалар һынлы сәнғәттең төрлө техникаһын ҡулланып, тирә-яҡты, тыуған ерҙәрен нисек тойоуҙарын ҡағыҙ битенә күсерҙе.
Педагогтар ҡәләм һәм ҡылҡәләмдәр менән эш итеүҙең серҙәрен асты, уҡыусыларға буласаҡ рәсемдәрен күҙ алдына килтерә белергә өйрәтте.
Талбазы лицейының рәсем һәм һыҙма дәрестәре уҡытыусыһы Р. Усманова, өҫтәлмә белем биреү педагогы, “Эксклюзив”, “Мөғжизәле төҫтәр” ижади студияһы етәксеһе В.Ғәлиева, рәссам Т.Мораҙымов, Стәрлетамаҡтан студент К.Степанова оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Тәнәфестәрҙә үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә ҡатнашыусыларҙың йырҙары яңғыраны.
(Район модельле мәҙәниәт һарайы мәғлүмәттәре буйынса).