Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2019, 12:14

Башҡортостандың 1400 ауылында бер магазин да юҡ

Башҡортостандың 1400 ауылында бер магазин да юҡ

Башҡортостандың 1400 ауылында бер магазин да юҡ |
Был хаҡта БР хөкүмәте йортондағы брифингта республиканың Дәүләт сауҙа комитеты рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Гусев белдерҙе. Ул шулай уҡ ведомствоның төпкөл ауылдарҙа сауҙа хеҙмәтләндереүен тергеҙеүгә ҙур иғтибар бирәсәге тураһында ла әйтте.
Күпме халыҡ йәшәүен иҫтә тотоп, һәр ауылда айырым һатыу нөктәһе булдырыласаҡ. Был тәү сиратта магазиндың майҙаны күпме буласағына ҡағыла. Төпкөл ауылдарға автолавкалар йөрөйәсәк. 500 кеше һәм унан да аҙыраҡ һанлы ауылдар өсөн стационар булмаған киосктар ҡулайлы .
Кешеләр һаны 500 һәм унан да күберәк булһа, минимагазиндар төҙөргә ниәтләнәләр. Былар барыһы ла ауыл халҡының йәшәү шарттарын аҙ булһа ла яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
ГТРК «Башкортостан»
Фото: fotokto.ru
Читайте нас: