24 сентябрҙә Талбазы ауылында “Үҫеш нөктәһе” тип аталған һанлы һәм гуманитар йүнәлешле мәғариф үҙәктәре асылды.
Ауырғазы районының бер юлы ике мәктәбендә, лицейҙа һәм 2-се мәктәптә, “Үҫеш нөктәһе” тантаналы асылды.
Был мәктәптәрҙә кабинеттар бер төрлө дизайн менән биҙәлгән, тейешле йыһаздар, ҡоролмалар урынлаштырылған.
2-се Талбазы мәктәбендә ике кабинет бүленгән. Беренсе ҡатта технология һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса зоналар бар. Бында уҡыусылар медицина тренажерҙарында, манекендарҙа беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнәсәк, технологиянан материалдарҙы заманса хеҙмәт ҡоралдары менән эшкәртәсәк.
Виртуаль шлем ярҙамында донъяның теләһә ниндәй өлөшөнә “сәйәхәт” итәсәк.
Икенсе ҡаттағы информатика бүлмәһендә йыһаздар проект эштәрен башҡарыу өсөн уңайлы: парталарҙы еңел генә түңәрәк өҫтәлгә әйләндереп була.
Шундай уҡ шахмат һәм робот техникаһы түңәрәктәре өсөн урын бүленгән. Өлкән класс уҡыусылары медиазонала квадрокоптер программалау һәм видео-, фото төшөрөү менән шөғөлләнәсәк.
Ял зонаһы мауыҡтырғыс дәрестәрҙән һуңкөсөргәнештән арынырға ярҙам итер.
Лицейҙағы үҙәкте асыу тантанаһында район хакимиәте башлығының кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары С.Цуканов ҡатнашты.Ул уҡыусыларға был яңы үҙәктә ҙур уңыштарға ирешеүҙәрен, еңеүҙәр теләне. Бөгөнгө тиҙ үҫешеүсе технологиялар заманында бындай үҙәктең мөһимлеген, әһәмиәтен билдәләп үтте.
(Район хакимиәте һәм район гәзите сайттары материалдары буйынса).