Рух
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2019, 22:16

Мәскәү башҡорт мәҙәниәт үҙәге асылды, уның етәксеһенең туғанлыҡ тамырҙары –Ауырғазыла!

Мәскәүҙә үткән Башҡортостан көндәрендә «Зарядье» паркында Башҡорт мәҙәниәт үҙәген асыу тантанаһы үтте

Мәскәү ҡалаһының милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр департаменты етәксеһе Виталий Сучков Башҡортостан көндәренең ҙур уңыш менән үтеүен билдәләне: «2019 йыл Башҡортостан өсөн айырыуса иҫтәлекле йыл. 100 йыл элек Рәсәйҙә беренсе милли автономия төҙөлә. Мәскәүҙәге Башҡортостан көндәре - башҡаланың мәҙәни һәм йәмәғәт тормошонда әһәмиәтле ваҡиға. Сағыу, бай программаны мәскәүҙәр яратып ҡабул итте».
«Зарядье» амфитеатры сәхнәһенән ЮНЕСКО геопаркы «Янғантау»ҙың рәсми илсеһе Александр Айҙаровтың «Әйҙә минең менән» тип аталған донъя тирәләй сәйәхәтенә старт иғлан ителде.
Халыҡ инструменттарының милли оркестры сығышы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовтың башҡорт халҡының гимны – халыҡ йыры «Уралым»ды башҡарыуы Мәскәү халҡы өсөн ҙур бүләк булды.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт халыҡ бейеүҙәре академия ансамбленең сағыу сығыштарын яратып ҡабул иттеләр. «Зәйнетдин» шоу-проектын көслө алҡыштар менән ҡаршы алдылар.
Ҡурайсы Роберт Юлдашев, «Ҡурайсы» төркөмө, «Guzal Dance» бейеү коллективтары программаны байытты.
Был кистә башҡортса рок музыкаһы ла яңғыраны, уны легендар «Дәрүиш-Хан» коллективының яңы составы тамашасы алдына сығарҙы.
Мәскәүҙә йәшәп, шунда ижад менән шөғөлләнгән башҡорт коллективтары ла, әлбиттә, ситтә ҡалманы. Башҡорт симфония оркестры, Башҡорт академия хоры, “Аҡ тирмә” фольклор ансамбле, “Алтын Ай” башҡорт бейеүе ансамбле, “Заман” төркөмө, ҡурайсы Ислам Илембәтов сығыштары менән шатландырҙы.
Башҡорт мәҙәниәт үҙәге рәйесе Радмир Мөфтәхин («Zaman» төркөмө етәксеһе, композитор, йәмәғәт эшмәкәре) хәбәр итеүенсә, Мәскәүҙә бөгөнгә 14 ижади коллектив эшләй һәм Үҙәкте булдырыу республиканан ситтә милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү эшендә ярҙам урыны буласаҡ. Ул төрлө социаль ҡатлам һәм төрлө йәштәге кешеләргә үҙ ҡыҙыҡһыныуҙары һәм һәләттәре буйынса берләштергән күп тармаҡлы майҙансыҡ булып торасаҡ.
Үҙәктә вокал, музыка, хореография, һынлы сәнғәт һәм башҡа төрлө ижад бүлектәре эшләйәсәк.
Әйткәндәй, Радмир Мөфтәхин Башҡортостанға, Ауырғазы районының Түрһәгәҙе ауылына ҡайтып йөрөй. Уның атаһы ошо ауылда тыуып үҫкән, ауыл зыяратында күмелгән.
Читайте нас: