“Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә ауыл хужалығы предприятиеларының хеҙмәкәрҙәре өсөн уҡыу ойошторола. Был милли проект Рәсәй президенты В.Путин ҡушыуы буйынса булдырылған.
Бөгөнгә программала ҡатнашыуға теләк белдереп республиканың 13 аграрийы программаға ҡушылды. Хеҙмәткәрҙәренең белемен квалификациялауға 5предприятие дөйөм суммаһы 69,7 млн һумлыҡ ярҙам алды.
Улар араһында — «Турбаҫлы бройлеры», «Башҡорт» ҡошсолоҡ фабрикаһы, «Алексеевский» совхозы, Калинин исемендәге агроетештереү предприятиеһы һәм Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты. Төбәктең тағы дүрт ауыл хужалығы предприятиеһы яҡын арала проектҡа ҡушыласаҡ.
Ауыл хужалығы предприятиелары әленән үк уҡыу йорттары менән килешеү төҙөй. Мәҫәлән, «Алексеевский» совхозы хеҙмәткәрҙәре Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһында белем аласаҡ.
«Программа сиктәрендә 500-гә яҡын кеше квалификация үтәсәк, - ти ректор Илгиз Ҡыҙырғолов. – Улар теплица, мал комплекстары, һөт эшкәртеү һәм икмәк изделиелары бешереү цехтары, баашҡа бүлексәләрҙең хеҙмәткәрҙәре.
Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу программаһын тормошҡа ашырыуға Башҡортостанға федераль бюджеттан 178 млн һум биреләсәк. Сумманың 45 проценты ауыл хужалығы продукцияһы етештереү предприятиеларына тура килә.
Программала республиканың 30-ҙан артыҡ предприятиеһы ҡушыласаҡ. Йыл аҙағында ҡатнашыусылар 50-гә етәсәк