Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2019, 00:04

Башҡортостан мәктәптәрендә беренсе «Үҫеш нөктәләре» асылды

Бөгөн Рәсәй төбәктәрендә телекүпер режимында «Үҫеш нөктәләре»н тантаналы асыу булды

Бөгөн Рәсәй төбәктәрендә телекүпер режимында «Үҫеш нөктәләре»н тантаналы асыу булды.
Кушнарен ауылының 1-се мәктәбендә федераль телекүпергә тоташыу ойошторолғайны.
«Бер йыл эсендә 2 меңдән артыҡ мәктәптә яңы йүнәлеш буйынса проект менән эш башлау тәжрибәһе юҡ ине әле. Был уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың ҙур командаһы. Яңы мөхиттә балалар үҙҙәрен ышаныслы тойорға, технологиялар менән оҫта эш итергә өйрәнергә тейеш», - ти РФ Мәғариф министры урынбаҫары Марина Ракова.
Өс йыл эсендә республикала 133 цифралы һәм гуманитар профилле «Үҫеш нөктәһе» мәғариф үҙәге, балаларға цифралы белем биреү өсөн 9 «IT-куб» үҙәге, алдан биреү һөнәри әҙерлек үҙәге, өс мобиль «Кванториум» технопаркы, педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын өҙлөкһөҙ арттырыу өсөн өс үҙәк һәм уларҙың һөнәри оҫталығын баһалау-квалификациялау үҙәге төҙөләсәк.
Федераль проект нигеҙендә эшен адаптациялы программалар буйынса башҡарған ун дөйөм белем биреү учреждениеһында материаль-техник базаны яңыртыу, 690 мәктәп-колледжда цифралы мәғариф мөхите маҡсатлы моделе индереү ҡаралған.
«Үҫеш нөктәһе» информатика, технология, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре предметтарында ҡулланыласаҡ.
Мәктәптәр өсөн һатып алынған ҡоролмалар иҫәбендә - күп функциялы йыһаздар, ноутбуктар, мобиль интерактив комплекстар, 3D-принтерҙар, аккумуляторлы дрелдәр, елемле пистолеттар, электрлы лобзиктар, медицина тренажерҙары һәм манекендар, беренсе ярҙам комплекттары һ.б. Бынан тыш, мәктәптәрҙә шахмат, коворкинг- һәм медиазона барлыҡҡа киләсәк. Бының өсөн тейешле йыһаз, видео- и фотокамералар алынған.
Читайте нас: