Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2019, 00:29

Ауырғазылар Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән ауыл хужалығы йәрминкәһендә ҡатнашты

21 сентябрҙә Ауырғазы районының шәхси хужалыҡ алып барыусылары һәм фермерҙары ауыл хужалығы йәрминкәһендә ҡатнашты. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Стәрлетамаҡ-Арена»спорт һарайы алдындағы майҙанда ойошторолдо.
Беҙҙекеләрҙән тыш, бында Стәрлетамаҡ, Әлшәй, Стәрлебаш, Ғафури райондарының эшҡыуарҙары ла үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Беҙҙең райондан 78 сауҙа урыны булды.
Йәрминкәлә бәрәңге, йәшелсәләр, бал, ит алырға теләүселәр күп булды.
Ауыл хужалығы продукцияһынан тыш, баҡсасылар өсөн үҫентеләр, емеш-еләк ағас-ҡыуаҡтары ла тәҡдим ителде.
Йәрминкә күңелле һәм файҙалы үтте.
Сығанаҡ: "Ауырғазы мәғлүмәт-консультация үҙәге, иҡтисад һәм прогнозлау бүлеге.
Читайте нас: