Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2019, 17:48

Районда йорттарға йылы бирелде

Һауа торошоноң киҫкен үҙгәреүе сәбәпле районда йылытыу миҙгеле 23 сентябрҙән башланды

23 сентябрҙә киске 21.00 сәғәткә үҙәк йылытыу системаһына райондың 18 социаль объекты ла тоташтырылды. Шулай уҡ күп фатирлы 65 йорттоң 53-өнә йылылыҡ бирелде.
Ҡалған объекттарға йылы биреү буйынса эштәр алып барыла. Уларҙы тәүлек дауамында тамамларға тейеш инеләр. Системаның эшләп китеүе өсөн ваҡыт талап ителә, уларҙағы һауа тығындарын бөтөрөү ҙә кәрәк.
24 сентябрҙә көн дауамында барлыҡ йорттар ҙа йылы буласаҡ, тип вәғәҙә итәләр махсус хеҙмәттәр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һалҡын һауа торошо тороу сәбәпле, Республика Башлығы Радий Хәбиров 23 сентябрҙә үк барлыҡ ерҙә лә йылы булырға тейешлеген талап иткәйне.
:(34745)2-15-08һәм (34745)2-11-37 (МУП ПУЖКХ) телефондары аша мәғлүмәт алырға була.
Читайте нас: