Рух
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2019, 08:38

Башҡортостанда 2020 йылда аҡыллы транспорт системаһы эш башлай

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, 2020 йылда аҡыллы транспорт системаһы эшләй башлаясаҡ.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, 2020 йылда аҡыллы транспорт системаһы эшләй башлаясаҡ. Ул юлдарҙан үтеү мөмкинлеген һәм юл-транспорт ваҡиғаларын онлайн-мониторинглау өсөн үҙәктән, юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәгән камераларҙан һәм “аҡыллы” светофорҙарҙан торасаҡ.
“Рәсәй Транспорт министрлығы ярҙамында Росавтодор тарафынан интеллектуаль транспорт системаһы проекттарын һайлап алыу методикаһы эшләнә. Ул йыл аҙағына тапшырылып, киләһе йылдың 1 апреленә тиклем раҫланырға тейеш”, – тине республиканың транспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низакаев.
“Беҙ шулай уҡ Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларына интеллектуаль светофорҙар индерергә планлаштырабыҙ. Улар юлдарҙағы көсөргәнеште билдәләй, үтеү мөмкинлеген яйға һала аласаҡ”.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты илдә 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырыласаҡ. Уның маҡсаты булып юл-транспорт фажиғәләре йыш булған урындарҙы, үлем осраҡтарын кәметеү, норма талаптарына тап килгән төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдарының һанын 50%-тан да кәм булмаған күрһәткестәргә еткереү.
Читайте нас: