Бөтә донъя таҙалыҡ көнө уңайынан республикала башланған “Эшләйбеҙ” проектына Ауырғазы районында ла ҡушылдылар
Сүп-сарҙан таҙартыу өсөн территориялар алдан һәр ойошма һәм предприятиеларға бүленде. Мәҫәлән, Софиполь микрорайонындағы зыяратты “Ярослава” кризис үҙәге, “Ажемак”, “Талбазы кирбесе” йәмғиәттәре хеҙмәткәрҙәре таҙартты.
Светлана Савельева, Юлия Малых, Вера Петрова, Денис Наконечный, Сергей Толкачев, Семен Татарчук һәм Анатолий Гавриленко үҙ теләктәре менән ҡушылды. “Ажемак” ЯСЙ-ы һәм Талбазыла йәшәүсе Казанцев йыйылған сүп-сарҙы сығарыу өсөн транспорт менән тәьмин итте. Сүп-сар йыйыу өсөн ағас тартма ҡуйылды, зыяраттың үҙәк инеү яғындағы кәртәләре буялды.
Күп профильле колледж студенттары финанс идараһы, мәҙәниәт өлкәһе, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре Мәҙәниәт һарайы артындағы парк зонаһында тәртип урынлаштырҙы. Транспорт менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы ярҙам итте.
Башҡа ойошмалар шыршы ултыртылған биләмәләрҙе таҙартты.
Акцияла 157 кеше ҡатнашты, барлығыбиш йөк машинаһы сүп түгелде.
Районда көҙгө өмәләр дауам итәсәк әле.
(Район хакимиәте сайты материалдары буйынса әҙерләнде).