"Торлаҡ секторы” акцияһы 23 сентябрҙән 27 сентябргә тиклем бара. Уның маҡсаты булып полиция участка уполномоченныйҙарының хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау буйынса эште әүҙемләштереү һәм киҫәтеү тора.
Сара барышында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барасаҡ, имен булмаған ғаиләләрҙе, атыу ҡоралы булған кешеләрҙе тикшерәсәк. Профилактик иҫпәтә тороусыларға айырыуса иғтибар бүленәсәк.
Полицейскийҙар шулай уҡ подъездарҙы, сарҙаҡтарҙы, подвалдарҙы, буш торған төҙөлөш объекттарын тикшерә.