Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2019, 22:41

"Башҡортостандың йәш лидерҙары" интеллектуаль ярышта көс һынай

"Башҡортостан лидерҙары" кадрҙар конкурсының "Башҡортостандың йәш лидерҙары" идарасылар бәйгеһе ярымфиналына 207 кеше сыҡҡан.

Йәш лидерҙың уртаса йәше – 32. Еңеүселәрҙең 71 проценты ирҙәр. Уларҙың 91 проценты юғары белемле. 89 кешенең ике-өс йыл, 74-енең дүрт-биш йыллыҡ идара итеү тәжрибәһе бар.
Ҡатнашыусылар күберәк (69 процент) Өфөнән, Салауат ҡалаһынан - 5%, Мәскәүҙән - 3%, Стәрлетамаҡтан 3%, Ишембайҙан 2%. Ағиҙел, Бәләбәй, Бөрө, Благовещен ҡалаларынан, Ишле ауылынан берәр кеше булған. Шулай уҡ Нефтеюганск менән Яңы Уренгойҙан ҡатнашыусылар бар.
Йәш лидерҙарҙың иң күп өлөшө сәнәғәт (14 процент), мәғариф һәм тәрбиә (8 процент), файҙалы ҡаҙылмалар табыу һәм эшкәртеү (10 процент) өлкәләрендә, дәүләт хеҙмәтендә (8 процент) эшләй. 92 кеше инглиз телендә ирекле һөйләшә.
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн 1705 кеше теләк белдергән. Дистанцияла һайлап алыу турын үтеп, 207 кеше ярымфиналға саҡырыу алды.
Бөгөн конкурсанттар "Торатау" Конгресс-холында интеллектуаль квест үтә.
Белем биреү марафонына 80 кешене һайлап аласаҡтар. Еңеүселәр декабрь аҙағында билдәләнәсәк.
Читайте нас: