Фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү «Һаулыҡ һаҡлау» федераль милли проектының республикалағы «Беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеүҙе үҫтереү» милли проекты сиктәрендә һаулыҡ һаҡлау объекттарын булдырыу исемлегенә индерелгән.
Республикала йыл аҙағына тиклем 27 модульле ФАП асыу планлаштырылған.
Степановка ауылындағы объектты төҙөү-монтажлау эштәрен Нефтекамск ҡалаһының «Уралагромаш» ойошмаһы башҡара. Эштәр йыл аҙағына тамамланырға тейеш.
Район хакимиәте сайтынан.