Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2019, 22:21

Районда Бөтә Рәсәй экологик диктантына ҡушылдылар

Райондың үҙәк мәктәптәрендә 12 йәштән алып 16 йәшкә тиклемге уҡыусылар араһында экологик диктант уҙғарылды

Бөтә Рәсәй экологик диктанты мәктәп уҡыусылары араһында экология буйынса белемле булыуға ҡыҙыҡһындырыу тәрбиәләү маҡсатын күҙ уңында тота.
Ҡатнашыусылар 40 минут ваҡыт эсендә 20 тест һорауына яуап бирергә тейеш ине.
Барлыҡ эштәрҙе башҡарып, дөйөм алғанда 50 балл тупларға мөмкин булды.
Эштәр тикшерелгәндән һуң һәр уҡыусы сертификат аласаҡ, ә еңеүселәр һәм призерҙарға диктантты ойоштороусыларҙан дипломдар тапшырыласаҡ.
Район мәғариф бүлеге материалдарынан.
Читайте нас: