Рух
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2019, 18:56

Башҡортостанда “сентябрь указы” барлыҡҡа килде

Республиканың яңы хөкүмәте структураһы ошо документта билдәләнгән бурыстарға ярашлы төҙөләсәк

Башҡортостанда идаралыҡ итеү командаһы нигеҙҙә төҙөлгән. Хөкүмәт төҙөлөшөнә указда ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҡайһы бер үҙгәрештәр индерергә ҡалды, тип белдерҙе Радий Хәбиров инаугурациянан һуң.
- «Сентябрь указы» беҙҙең өсөн ҙур бурыс. Беҙ унда ысынлап та етди, хатта тормошҡа ашырыуы еңелдән булмаған маҡсаттар ҡуйҙыҡ, - тине төбәк башлығы.- Үҙебеҙгә бейек үрҙәрҙе республиканың үҫеш тенденцияларына ярашлы булдырҙыҡ.
Радий Фәрит улы һүҙҙәренә ҡарағанда, документ ябай һәм аңлайышлы, “унда республикала йәшәүсе һәр кем беҙҙең эштәр тураһында үҙе ишетергә теләгәнде табыр”.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын рәсми ҡабул итеү тантанаһы сиктәрендә Радий Хәбиров төбәктең алдағы биш йылллыҡта социаль-иҡтисади үҫешенең төп тезистарын билдәләне.
Рәсми сығанаҡтарҙан файҙаланып әҙерләнде.
Читайте нас: