Рух
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2019, 22:15

Башҡортостан Башлығы вәкәләттәрендә Радий Хәбиров рәсми эш башланы

– Бөгөн бында йыйылыусыларҙың барыһының да кәйефе күтәренке, сөнки республика тарихының өр-яңы битенә аяҡ баҫабыҙ, - тине Лилиә Ғүмәрова

– Бөгөн бында йыйылыусыларҙың барыһының да кәйефе күтәренке, сөнки республика тарихының өр-яңы битенә аяҡ баҫабыҙ, Башҡортостан Башлығының яңы стратегияһына ла ҙур өмөттөр бағлайбыҙ. Был яңы һулыш менән тағы ла алға ынтылыуҙы, бергәләшеп һөҙөмтәле эштәр башҡарасағыбыҙҙы аңлата.
Һайлау һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, Радий Хәбиров башҡа кандидаттарҙан тауыш һаны буйынса күпкә алға китеп, ҙур еңеү яуланы, бөгөн иһә халыҡтың ышансын юридик йәһәттән нығытҡан, Башҡортостан Башлығы үҙ вәкәләттәрен рәсми рәүештә башҡара башлаған көн, – тине Рәсәй Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.
Республика баҫмаларынан.
Читайте нас в