Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2019, 20:49

"Театраль Волга буйы" фестивале еңеүселәрен тамашасылар һайлаясаҡ

"Театраль Волга буйы" төбәк-ара студент театрҙары фестивале йомғаҡлау этабына сыҡты.

"Театраль Волга буйы" төбәк-ара студент театрҙары фестивале йомғаҡлау этабына сыҡты.
14 студент һәм 14 мәктәп театр сығыштарының видеояҙмаларын проекттың http://театральноеприволжье.рф/ сайтында күрергә мөмкин. Бында теләүселәр спектаклдәрҙе ҡарай һәм оҡшаған сығышҡа тауыш бирә ала, сөнки еңеүселәрҙе тамашасылар билдәләйәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Театр йылына арналған "Театраль Волга буйы" фестивале 27 мартта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров башланғысы менән старт алды.
Яңы проект студенттар һәм мәктәп уҡыусылары араһында театр хәрәкәтен популярлаштырыу, йәштәр театр сәнғәтен үҫтереүгә ҡыҙыҡһындырыу уятыуға йүнәлтелгән.
"Ҡорос" халыҡ театры (М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты коллективы) "Театраль Волга буйы" төбәк-ара студент театрҙары фестивалендә Ибраһим Абдуллиндың пьесаһы буйынса ҡуйылған "Тиле йәшлек" спектакле менән Башҡортостан Республикаһының данын яҡлаясаҡ!
Режиссёры - "Ҡорос" халыҡ театрының етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М.Кәрим ис. Милли йәштәр театры актёры Илнур Флүр улы Лоҡманов.
Мәктәп уҡыусылары театрҙары араһында Межгорье ҡалаһының “Пауза” студияһы Гран-приға лайыҡ булды.
Читайте нас: