Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2019, 01:10

Республикала грипп юҡ, ләкин ОРВИ менән сирләүселәр арта

Республикала грипп юҡ, ләкин ОРВИ менән сирләүселәр арта

Башинформ мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда миҙгелгә бәйле киҫкен респиратор инфекциялары менән сирләүселәрҙең артыуы теркәлә. Әлегә грипп менән ауырыусылар юҡ, сир кимәле эпидемик сиктән түбән, тип хәбәр иткән республика буйынса Роспотребнадзор.
Киҙеүгә ҡаршы прививка кампанияһы сентябрь башында башланды. 13 сентябргә 342 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 88 мең самаһы балаға прививка эшләнде. Киҙеүгә ҡаршы вакциналар ошо эпидемия миҙгелендә көнүҙәк булған вирустан һаҡлай, тип хәбәр итә ведомство.
Алдағы эпидемия миҙгелендә Башҡортостанда 1,8 миллион халыҡҡа: 418 мең балаға һәм 1,4 миллион өлкән кешегә грипҡа ҡаршы прививка эшләү күҙаллана.
Ғәҙәттәгесә, киҙеү эпидемияһы ғинуар-мартта күҙәтелә, табиптар декабрь аҙағынаса прививка яһатырға кәңәш бирә.
Читайте нас: