Рух
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2019, 11:34

Башҡортостан делегацияһына 47-се Апимондия конгресын һәм халыҡ-ара APIEXPO күргәҙмәһен үткәреү эстафетаһы тапшырылды

Монреалдә Башҡортостан делегацияһына 2021 йылда Өфөлә үтәсәк 47-се Апимондия конгресын һәм халыҡ-ара APIEXPO күргәҙмәһен үткәреү эстафетаһы тапшырылды. Был эш "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты бурыстары нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Билдәле булыуынса, 8-12 сентябрҙә унда 46-сы "Апимондия" умартасылар ассоциацияһының халыҡ-ара федерацияһы конгресы үтте. Делегацияға Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарған – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе, 47-се Апимондия конгресының башҡарма секретары Илшат Тажетдинов етәкселек итте. Сарала Бөтә донъя умартасылар федерацияһы ассоциацияһының вице-президенты Питер Козмус, шулай уҡ Чили, Ҡытай, Эфиопия һәм башҡа илдәр вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте.
Илшат Тажетдинов Апимондия конгресын Башҡортостанда уҙғарыу мөмкинлеге хаҡында тәү тапҡыр Сибайҙа үткән "Урал аръяғы-2012” инвестиция форумында беҙҙең умартасылар әйткәнен билдәләне. 2017 йылда Истанбулда уны үткәреүгә хоҡуҡ алынғас, Өфөлә сараны ойоштороуға дәррәү әҙерлек башлана.
"Башҡортостан умартасылыҡ үҫеше буйынса Рәсәй төбәктәре буйынса алдынғы урындарҙың береһен биләй. Беҙҙе юҡҡа ғына "Рәсәйҙең баллы йөрәге" тимәйҙәр, – тип билдәләне үҙ сығышында Илшат Тажетдинов. – Төбәгебеҙҙә бал йыйыу буйынса файҙаланылмаған ҙур мөмкинлектәр бар. Беҙ балды яратабыҙ, уны етештерә лә беләбеҙ һәм башҡорт балын Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла белеүҙәрен, яратыуҙарын теләйбеҙ. Тап шуға ла Апимондияның 47-се конгресы Өфөлә үтә.
Был сара беренсе сиратта тәжрибә уртаҡлашыу өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡ буласаҡ, умартасылыҡ өлкәһендәге ҡаҙаныштар менән танышасаҡбыҙ, балды етештереү һәм эшкәртеү, ҡорттарҙы аҫрау, дауалау өлкәһендә яңы технологияларҙы үҙләштереү мөмкинлеге асыласаҡ. Йыйын башҡорт балы һәм, дөйөм алғанда, республикабыҙҙың ҡортсолоҡ тармағы үҫешенә генә түгел, шулай уҡ туризмды киңерәк йәйелдереүгә, күберәк инвестиция йәлеп итеүгә булышлыҡ ҡыласаҡ. Бынан тыш, конгресс, әлбиттә, ауыл хужалығы, ҡунаҡхана һәм аҙыҡ-түлек индустрияһын, сауҙаны, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҡеүәт бирәсәк".
Илшат Тажетдинов Өфөлә конгресс юғары һәм лайыҡлы кимәлдә үтәсәгенә бер ниндәй ҙә шик булмауын белдерҙе.
"Төп йүнәлеш – конгреста ҡатнашыусылар өсөн инфраструктура һәм техник турҙар биналарын әҙерләү. Бал йорто проектын тормошҡа ашырыу, төбәктә бал сифатын тикшереү лабораторияһы, асыҡ һауала "Башҡорт балы ауылы" тигән музей-умартасылыҡ, "Алтын солоҡ" фәнни-етештереү һәм туризм комплексы, тоҡомло умартасылыҡ, солоҡ ҡорто музейы булдырыу мәсьәләләре ниндәйҙер кимәлдә хәл ителеү өҫтөндә. Әлегә Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенә, аграр университеттың Еләкле ялан ауылындағы тәжрибә умарталығына, Иглин районында планлаштырылған бал ауылына, Архангел, Шишмә, Ишембай райондарындағы тоҡомло ҡорттар умарталығына, "Шүлгәнташ" тәбиғәт ҡурсаулығына һәм "Башҡортостан" милли паркына өс көнгә тиклем техник турҙар планлаштырыла. 47-се Апимондия конгресының сайты рәсми эшләй башланы".
Шуныһы үҙенсәлекле: Апимондияның 23-сө конгресы 1971 йылда Мәскәүҙә үткән. Теүәл 50 йылдан һуң Рәсәй бөтә илдең ҡортсолары өсөн мөһим йыйынды тағы үҙендә ҡабул итә. Өфөлә үткән конгреста бал ҡорто кешелектең иҡтисади һәм экологик именлек билдәле буласаҡ, тип билдәләне Илшат Тажетдинов.
Ҡорттарҙы диагностикалау һәм дауалау, улар өсөн етештерелгән яҡшы дарыуҙар мәсьәләләре буйынса әңгәмәләр ҡороласаҡ. Тармаҡтың эш һөҙөмтәлелеген арттырыу, балдан сифатлы аҙыҡтар, ялған етештереүселәргә ҡаршы тороу йәһәтенән халыҡ-ара стандарттар эшләүгә етди иғтибар биреләсәк.
"2021 йылдың сентябрендә Өфө бер аҙнаға донъя умартасыларының баш ҡалаһы буласаҡ. Тиҫтәләгән илдән меңәрләгән кеше – туристар, ҡортсолар, ғалимдар киләсәк. Әҙерләнгән инфраструктура, конгресс секцияларында ҡабул ителгән ҡарарҙар, умартасылар араһындағы бәйләнеш артабан Рәсәйҙең һәм республиканың үҫеше өсөн оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк", – тип өҫтәне Илшат Азамат улы.
!Башҡортостан" гәзитенән.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в