Рух
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2019, 21:10

Урал төбәгенең дүртеһендә дүрт көнлөк эш аҙнаһын һынап ҡараясаҡтар

Дүрт көнлөк эш аҙнаһының нәтижәлелегенә тәжрибә үткәреү өсөн Урал төбәктәренән Һарытау, Силәбе, Тюмень, Пермь өлкәләре һайлап алынған.

Дүрт көнлөк эш аҙнаһының нәтижәлелегенә тәжрибә үткәреү өсөн Урал төбәктәренән Һарытау, Силәбе, Тюмень, Пермь өлкәләре һайлап алынған.
Был турала мәғлүмәт “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектында урынлаштырылған. Илдең 30 төбәгендә 266 предприятие Хөкүмәттең инициативаһы менән тәжрибә майҙансығы булып торасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Хөкүмәт тәҡдиме менән биш көнлөк эш аҙнаһы бер көнгә ҡыҫҡартыла, ул хәҙер дүрт көн тәшкил итәсәк. Әлбиттә, әлегә эксперимент үткәрелгән тбәктәрҙә генә.
Яңылыҡ етештереү күләмендә бер нисек тә сағылмаясаҡ, ә Рәсәй халҡына күберәк ваҡытын ғаиләһе янында үткәрергә йәиһә башҡа проекттар менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирәсәк, тип фараз ителә.
Башҡортостан экспериментта ҡатнашмай.
Читайте нас: