Рух
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2019, 19:23

“Урал” хужалығында шәкәр сөгөлдөрө уңышын йыя башланылар

“Урал” хужалығында шәкәр сөгөлдөрө уңышын йыя башланылар

Көҙҙөң әбейҙәр сыуағы матурлыҡ алып килә, күңелдәргә йылылыҡ бирә. Уңыш йыйып алыу өсөн дә һәйбәт көндәр бик кәрәк. Хужалыҡтарҙа был осорҙа йәнлелек, баҫыуҙарҙа транспорт тауышы тынмай. “Урал” зшсәндәре лә бындай көндәрҙә уңыш йыйыуға барлыҡ көсөн һала.
14 сентябргә ҡарата хужалыҡта 200 гектар бойҙайҙы урып алаһы ҡалғайны. Комбайнерҙар Рәфис Теләүембәтов, Рәфис Ильясов, Динир Моратшин, Виталий Киясовтарҙың комбайндары өҙлөкһөҙ эшләп тора. Водительдәр Филхәт Иҫәнбаев, Зиннур Лоҡманов, Вәкил Усманов игенде ырҙын табағына ваҡытында илтә. Ә Фәрхәт Сатлыҡов, Райман Гәҙелшин, Александр Баландин, Фаяз Вәлитов, Инсаф Ҡунаҡҡоловар игенде таҙарта, сорттарға айыра, ужым культураларының орлоғон әҙерләй.
500 гектар ерҙә ужым арышы, 300 гектарҙа бойҙай сәселгән.
Кукуруздың уңышы ла һәйбәт, гектар ҡеүәте - 270-280 центнер, унан силос әҙерләнә. Шулай уҡ һалам әҙерләү, туңға һөрөү эштәре башҡарыла.
Хужалыҡта сөгөлдөр уңышы ла яҡшы. Быйыл ул 400 гектарҙан артыҡ майҙанды биләй. Комбайн штурвалы артында Винер Лоҡманов. Икенсе механизатор Азат Иҫәнбаев.
Майҙан башҡа йылдарҙағына ҡарағанда күберәк. Шуға ла 200 гектарҙан сөгөлдөрҙө йыйып алыу өсөн шәхси хужалыҡ менән килешеү төҙөгәндәр. Гектарынан 400 центнер уңыш алыу күҙаллана.
“Урал” хужалығы мәғлүмәттәре буйынса.
Читайте нас: