Рух
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2019, 11:13

Стәрлетамаҡта республика буйынса беренсе моделле мәшғүллек үҙәге асыла

Был эш “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.Республика етәксеһе Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышының сираттан тыш үткәрелгән 9-сы ултырышында милли проекттарҙың төп бурысы граждандарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу икәнен билдәләп, уларҙың һәр береһе буйынса төбәктә башҡарылырға тейешле эштәргә айырым туҡталып үткәйне.

.
“2018 йыл йомғаҡтары буйынса, аҡсалата табыш күләме 2,7 процентҡа түбәнәйгән. Ошо мөһим күрһәткес йәһәтенән 2015 йылдан бирле республика ыңғай һөҙөмтә күрһәтә алмай – эш хаҡы алты проценттан ашыуыраҡҡа артыуына ҡарамаҫтан. Бының төп етди сәбәбе – халыҡтың күпләп кредит түләүе. Беҙгә граждандарҙың финанс грамоталылығын арттырыу мөһим. Күтәрә алмаҫлыҡ кредиттарҙың нимәгә килтереү ихтималлығын аңлатыу кәрәк. Инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышында юғары хеҙмәт хаҡы түләнәсәк заманса эш урындары булдырыу халыҡтың табышын арттырыуға булышлыҡ ҡыласаҡ. Беҙ нәҡ ошоноң менән шөғөлләнәбеҙ ҙә. Һуңғы егерме йылда беренсе тапҡыр эшһеҙлек кимәле биш проценттан әҙерәккә төштө. “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проектына ярашлы, беҙ моделле мәшғүллек үҙәктәре асасаҡбыҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Ошо һүҙҙәрҙе раҫлап, Стәрлетамаҡта яңы эш башлана. Милли проекттың төбәк программаһы ярҙамында бындағы элекке мәшғүллек үҙәге тулыһынса үҙгәрәсәк – исеменән хеҙмәт функцияларына тиклем. Ул “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәге тип аталасаҡ. Интерьерының дизайн-проекты эшләнгән, ремонт башланған, заманса ҡорамалдар, мебель алына. Тиҙҙән хеҙмәткәрҙәрҙе өҫтәмә уҡытыу башланасаҡ. Төп маҡсат – күп функциялылыҡҡа һәм эшкә күберәк клиент мәнфәғәтендә йүнәлеш алыуға өлгәшеү.
“Хеҙмәткәрҙәрҙе яңынан уҡытыу, асылда, бындай проект уңышының төп нигеҙе”, – тиҙәр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты сциаль яҡлау министрлығында.
Граждандарҙы ҡабул итеү “оpen space” форматында проектланған уңайлы офистарҙа үткәреләсәк. Клиенттар зонаһы банктарҙыҡын йәки Күп функциялы үҙәктәрҙекен хәтерләтәсәк. Моделле үҙәктә хеҙмәтләндереү эш эҙләүсенең тормош хәлен, предприятиеларҙың торошон иҫәпкә алып күрһәтеләсәк.
Киләсәктә был исемлекте киңәйтеү ҡарала. Мәҫәлән, бәләкәй сабыйы булған әсәйҙәргә ярҙам күрһәтеләсәк: бала ҡараусы һайлауҙа, балалар баҡсаһына яҙылыуҙа һ.б. булышлыҡ ҡылыу.
"Башҡортостан" гәзитенән.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: