Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2019, 11:25

Экспорттан күпме табыш көтөлә?

Республика Хөкүмәтендә үткәрелгән сираттағы оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы быйыл тармаҡ продукцияһын экспортлауҙан 91 миллион доллар табыш алырға планлаштыра.

Экспорттан күпме табыш көтөлә?
Республика Хөкүмәтендә үткәрелгән сираттағы оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы быйыл тармаҡ продукцияһын экспортлауҙан 91 миллион доллар табыш алырға планлаштыра.
Был эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, беренсе ярты йыллыҡта дөйөм күләмдең 39,6 миллион долларын үтәүгә өлгәшелгән, предприятиелар күрһәткестәренә ҡарағанда – 69,9 миллион доллар. Экспорттың төп күләме IV кварталда формалашасаҡ.
Алда хәбәр итеүебеҙсә, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы республикала тормошҡа ашырылған “Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы продукциялары экспорты” төбәк проекты 2024 йылға экспорт күләмен 230 миллион долларға тиклем үҫтереүҙе планлаштырған.
Дөйөм экспортта иң ҙур өлөштө майлы продукциялар алып тора – илле процент тирәһе. Иген иһә – 27,5, эшкәртеү һәм аҙыҡ продукциялары – 5,5, ит һәм һөт 2,9 процент тәшкил итә.
Республиканың агросәнәғәт комплексы өлкәһендә экспортҡа йүнәлтелгән ете инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Улар – “Илеш элеваторы” йәмғиәте (ауыр йөклө судноларҙы сығарыу өсөн йылғаның ҡеүәтен арттырыу); “Шишмә” йәмғиәте (Шишмә ҡасабаһында үҫемлек майҙарын фасовкалау цехы төҙөү); “Шишмә шәкәр заводы” йәмғиәтендә грануллы һығынды етештереү буйынса эште киңәйтеү; “Почет Билдәһе” орденлы Бәләбәй һөт комбинатында һөт эшкәртеүҙе йылына 200 мең тоннаға еткереүҙе тәьмин итеү өсөн предприятиены техник йәһәттән комплекслы йыһазландырыу; “1-се Дәүләкән икмәк продукттары комбинаты” йәмғиәтендә ҡатнаш аҙыҡ заводы булдырыу; “Учалы элеваторы” йәмғиәтендә элеваторҙы реконструкциялау һәм һаҡлау ҡеүәтен илле мең тоннаға тиклем арттырыу; “РЕСА” йәмғиәтендә рапс етештереү буйынса завод төҙөү.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: