Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2019, 11:36

Республика башлығына кандидаттарҙан кем күберәк тауыш йыйған?

ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 81,97 процент тауыш менән алда бара.

Һайлау бюллетендәренең әлегә 90 проценттан артығырағы эшкәртелгән.
ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 81,97 процент тауыш менән алда бара.
Икенсе урында КПРФ партияһынан Юнир Ҡотлоғужин. Уның өсөн һайлаусыларҙың 6,87 проценты тауыш биргән. Артабан ЛДПР-ҙан Иван Сухарев (4,62 процент) килә. “Яблоко” партияһынан Зөлфиә Ғайсина – 1,51 процент, “Ғәҙел Рәсәй”ҙән Юрий Игнатьев – 1,23, “Рәсәй патриоттары” партияһынан Рәфис Ҡадиров – 1,1, “Гражданлыҡ көсө” лидеры Владимир Барабаш – 0,97 һәм “Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн” партияһынан Владимир Кобзев 0,82 процент тауыш йыйған.
Читайте нас: