Рух
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2019, 10:54

Йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә һайлауға әүҙем килә

Беренсе килгән һайлаусыға ғәҙәти булмаған ручка бүләк иттеләр

Талбазы башҡорт гимназияһы бинаһында урынлашҡан 981-се һанлы һайлау участогында беренсе булып тауыш биреүсегә фонариклы ручка бүләк иттеләр.
Пенсионер Айрат Мөхәмәтов участокка ул асылған минутта килеп етә. Ул почтала һаҡсы булып эшләй,шуға күрә иртә килгән.
- Республикабыҙҙың алға барыуын теләйем, шуға тауыш бирмәйенсә ҡала алмайым, - ти А.Мөхәмәтов.
Беренсе һайлаусыға бүләкте участок рәисе Юрий Николаев тапшырҙы. Фонариклы ручканы беренсе тапҡыр һайлауға килеүсе 18 йәшлектәр ҙә аласаҡ.
Территориаль һайлау участогынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәнге сәғәт 8-гә 758 кеше тауыш биргән. Был барлыҡ һайлаусыларҙың 2,7 %-ын тәшкил итә. Башҡорт гимназияһында 17 кеше тауыш биргән.
Читайте нас: