Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2019, 11:33

Район хакимиәте башлығы тыуған ауылында һайлауға килде

Район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов тыуған ауылындағы участокта һайланы

Яңы Итекәй ауылындағы 948-се һайлау участогында иртәнге сәғәт 7-лә беренсе булып район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов һайланы.
Ул ошо ауылда тыуып үҫкән. Әле лә тыуған ауылында йәшәй.
Һайлау комиссияһы республика яҙмышы өсөн мөһим булған сараға етди әҙерләнгән. Бында иртә менән музыка уйнай. Һайлау участогы бинаһында урындағы ҡул эше оҫталарының эштәренән күргәҙмә ойошторолған.
Зөфәр Йәүҙәт улы һайлау комиссияһы ағзаларын мөһим миссия башҡарыуҙары менән ҡотланы,уларға уңышлы эш көнө теләне:
- Һайлауҙар - беҙҙең киләсәгебеҙ, - тине ул. - Барыһыла үҙебеҙҙән тора.
Читайте нас: