Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2019, 16:27

Нәзифә Ҡадирова: һайлауға байрамға барған кеүек барам

Йырсы, БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы Нәзифә Ҡадирова һайлауҙан ситтә ҡалманы, республика яҙмышы өсөн тауыш бирҙе

- Һайлауҙарға барыу мотлаҡ булырға тейеш,был беҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙ, - тип иҫәпләй Нәзифә Жәүәт ҡыҙы. - Беҙ тыуған Башҡортостаныбыҙ, Рәсәй киләсәге, уның сәскә атыуы өсөн яуаплы булған кешене һайлайбыҙ. Битараф булып ситтә ҡалыу дөрөҫ түгел, сөнки һайланған башлыҡ беҙҙең тормошто, республиканың именлеген булдырыу өсөн эшләйәсәк.
Минең өсөн һайлау - байрам кәйефе, концерттар, төрлө матур саралар, тиңдәштәрең, дуҫтарың менән аралашыу мөмкинлеге. Һайлау кешеләрҙе берләштерә.
Беҙ барыбыҙ ҙа киләсәктең яҡты булыуына ышаныс менән киләбеҙ.
"Молодежная газета" сайты материалдарынан
Читайте нас: