Рух
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2019, 18:43

Мортаза Рәхимов кемгә тауыш бирергә күптән хәл иткән

Мортаза Рәхимов кемгә тауыш бирергә күптән хәл иткән

Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов бөгөн беренселәрҙән булып баш ҡаланың 16-сы мәктәбендә урынлашҡан 131-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе.
Абруйлы милләттәшебеҙ әйтеүенсә, кем өсөн тауыш бирергә ул күптән хәл иткән.
– Республика күптән лайыҡлы, булдыҡлы етәксене көтә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын биләгән кешегә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тейешбеҙ, – ти Мортаза Ғөбәйҙулла улы.
Беренсе президент фекеренсә, райондарға сығып, урындағы кешеләр менән осрашып аралашыу, проблемаларҙы үҙ күҙең менән күреү етәксенең эшен күпкә һөҙөмтәлерәк итә. Унан тыш, ошо ерҙә тыуып үҫкән, халыҡтың һулышын тойған, ауыл тормошон да яҡшы белгән кеше генә республикаға лайыҡлы етәксе була ала.
Республика матбуғатынан.
Читайте нас в