Кәлсербуран ауылының күп кешеләре ошо мөмкинлектән файҙаланды, гөрләшеп бәрәңге ҡаҙыу эштәренә тотондо. Шулай ҙа был һайлауға барырға теләүсе бер кемгә лә ҡамасауламаны.
Һайлау участогында хәбәр итеүҙәренсә, сәғәт 11-гә 30 проценттан артығыраҡ һайлаусы тауыш бирергә өлгөргән.
Беренсе булып һайлау участогына пенсионер Хәтмулла Зәйнетдинов килгән.