Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2019, 20:06

Башҡортостанда алты һайлау участогына билдәле кешеләр исеме бирелгән

Башҡортостанда алты һайлау участогына билдәле кешеләр исеме бирелгән

Башҡортостанда Берҙәм һайлау көнөндә бөтә республика буйынса һайлау участоктары эш башланы. Төбәктә улар барлығы 3434,шул иҫәптән 37-һе граждандарҙың ваҡытлыса булыу урындарында,181 һайлаусы Мәскәүҙәге һанлы һайлау участоктарында тауыш биреүгә ғариза биргән.
Ә алты һайлау участогы билдәле шәхестәр исемен йөрөтә, уларҙа һайлаусылар ҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә. Береһе Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында урынлашҡан. Ул, әлбиттә, 112-се легендар башҡорт атлы дивизияһының командиры Миңлеғәле Шайморатов исемен алған. Алдағы көндә Өфөнөң Ватан паркында Шайморатов иҫтәлегенә бағышланған ҙур флешмоб үтте. Унда ҡатнашыусылар Геройҙың йондоҙон һынландырып теҙелде һәм билдәле йырҙы башҡарҙы.
Бынан тыш, Муса Гәрәев, Таһир Күсимов, Вафа Әхмәҙуллин, Иван Рыбалко, Сергей Аксаков исемендәге һайлау участоктары эшләй.
Читайте нас: