Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2019, 21:43

Һайлау участоктары ябылыуға бер сәғәт ваҡыт ҡалды

Һайлау участоктары киске сәғәт 9-ға тиклем эшләй

Һайлау участоктары ябылыуға тағы бер сәғәт ваҡыт ҡалды. Улар киске туғыҙға тиклем эшләй.
Ауырғазы районы Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Алмаз Хоҙайбирҙин белдереүенсә, 18.00 сәғәткә тыуған ере киләсәгенә битараф булмаған 53,1% ауырғазылы тауыш биргән. Был 15 мең тиерлек һайлаусы.
Ошо ваҡытҡа 60 проценттан күберәк халҡы тауыш биргән райондар араһында Архангель, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури райондары ла бар.
Бөгөн һайлаусылар Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһында кемде күрергә теләйҙәр, шуның өсөн тауыш бирәләр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был вазифаға 8 кандидат дәғүә итә:
- Владимир Барабаш, 39 йәш. "Ҡала проекттарын үҫтереү фонды" директоры. "Гражданская сила" партияһынан кандидат.
- Зөлфиә Ғайсина, 39 йәш. "Лазурный" торлаҡ-сервис комплексы рәйесе. "Яблоко" партияһынан.
- Юрий Игнатьев, 43 йәш. Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ һаҡлау һәм суд эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. "Справедливая Россия" партияһынан кандидат.
- Рәфис Ҡадиров, 64 йәш. "Джи Ти Эл" президенты. "Патриоты России" партияһынан.
- Владимир Кобзев, 50 йәш. "Башфото.Ру" директоры. "Российские пенсионеры за социальную справедливость" партияһынан.
- Юнир Ҡотлоғужин, 61 йәш. Урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты рәйесе урынбаҫары. "РФ Коммунистар партияһы"нан кандидат.
- Иван Сухарев, 41 йәш. Дәүләт Думаһының граждандар йәмғиәте, йәмәғәт һәм дини ойошмаларын үҫтереү буйынса комитетының беренсе урынбаҫары.
- Радий Хәбиров, 565 йәш. Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡара. "Берҙәм Рәсәй" партияһынан кандидат.
Читайте нас: