Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2019, 23:15

Һайлау көнөндә спорт секциялары ла эшләне

Һайлаусылар тауыш биргән ваҡытта тренер Фәһим Ғайсиндың тәрбиәләнеүселәре каратэ киокусинкай буйынса асыҡ күнекмәләр күрһәтте

Талбазы башҡорт гимназияһы бинаһында урынлашҡан 981-се һайлау участогы ла был көндө гөрләп торҙо. Һайлаусылар тауыш биргән ваҡытта тренер Фәһим Ғайсиндың тәрбиәләнеүселәре каратэ киокусинкай буйынса асыҡ күнекмәләр күрһәтте.
Ата-әсәләре гражданлыҡ бурысын үтәне, ә балалар күнекмәләргә барҙы. Тренер йәш спортсыларҙың йәйге каникулдарҙан һуң ниндәй кңнекмәләренә иғтибар бирергә икәнлеген дә тикшерҙе. Шулай уҡ үҙенең түңәрәгенә башлап килергә теләүселәрҙе лә йәлеп итте.
- Беҙҙең 8 сентябргә күнекмәләрҙе ҡуйыуыбыҙ тиккә генә түгел. Беҙ һайлауға килеүселәргә яҡшы кәйеф биреп, үҙ өлөшөбөҙҙө лә индерергә уйланыҡ. Мин үҙем күнекмәләр тамамланғас тауышбирәсәкмен. Районыбыҙҙа һәм республикала спорт секцияларын үҫтерегә ярҙам итергә теләгән кандидатҡа тауыш бирәсәкмен, - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты Фәһим Салауат улы.
Читайте нас: