Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2019, 22:33

Һайлау көнөндә лә Талбазыла төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Талбазылар тауыш биргәндә, ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре туҡталып тормай

Һайлау көнөндә Талбазы ауылының Көньяҡ-Көнбайыш микрорайонында Шатлыҡ, Йәйғорло, Өлгөлө, Уңышлы урамдарына ҡом-таш йәйеү башланды.
Шунда уҡ, Макаренко һәм Туҡай урамдар сатында, көнкүреш ҡалдыҡтары контейнерының даими тороу пунктында ла ошо эштәр башҡарылды.
Бындай пункттар хәҙер Завод, Ленин, Чанышев урамдарында ла бар. (Контейнерҙар урынлаштырыу пунктын тотоу өсөн ауыл биләмәһе бюджетынан 155 мең һум бүленә).
Һуңыраҡ ҡом-таш өҫлөк менән Сәскәле урамының юлдарын да һәйбәтләйәсәктәр. Һуңынан юл эшселәре Сулпан ауылының яңы микрорайоны урамдарын (Баҫыу, Сәскәле, Ҡояшлы) төҙөкләндерәсәк.
Эштәрҙең подрядсыһы - Өфө ҡалаһының "Строй-Эколог" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Читайте нас: