Һайлау көнөндә Талбазы мәҙәниәт һарайында урынлашҡан 1858-се һайлау участогында район Советы депутаты Вәзир Сәғәҙиев граждандарҙы ҡабул итте.
Тиҫтәләгән граждандар төрлө һорауҙары менән Вәзир Әсхәт улына мөрәжәғәт итте.
Ҡыш етеүгә әле ваҡыт булһа ла, Талбазынан Әхмәт Ҡәҙермаевты ҡышҡы осорҙа район үҙәгендәге юлдарҙы, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу проблемаһының нисек хәл ителәсәге ҡыҙыҡһындырҙы.