Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2019, 12:40

Ауырғазы һайлаусылары "Чемпион менән зарядка" эшләне

Һайлау көнөндә Ауырғазы район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда "Чемпион менән күнекмәләр" тип аталған сара үтте

Һайлау көнөндә Ауырғазы район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда "Чемпион менән күнекмәләр" тип аталған сара үтте.
Күнекмәләрҙе Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы,Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, шахмат буйынса спорт мастеры кандидаты, шахмат һәм спорт ориентирлашыуы буйынса бөтә Рәсәй һәм республика ярыштары еңеүсеһе һәм призеры, Балалар-йәш үҫмерҙәр спорт мәктәбе уҡытыусыһы Шамил Ҡудашев үткәрҙе.
Күнекмәләр ваҡытында сараға күптәр килеп ҡушылды. Улар араһында мәҙәниәт һарайына һайлауға килеүселәр ҙә бар ине.
Иң йәш ҡатнашыусыға 5 йәш,ә иң өлкәненә - 70-тән артыҡ ине.
Сәғәт 10-ға район буйынса 3214 кеше тауышбирҙе, был һайлаусыларҙың 11,5 %-ын тәшкил итте.
Читайте нас: