Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь 2019, 16:55

Яман шеш ауырыуын асыҡлаған өсөн премия түләнә

Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренә яман шеш ауырыуын башланғыс стадияһында асыҡлаған өсөн 12 миллион һум премия түләнгән.

Яман шеш ауырыуын асыҡлаған өсөн премия түләнә
Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренә яман шеш ауырыуын башланғыс стадияһында асыҡлаған өсөн 12 миллион һум премия түләнгән.
Премияның күләме 5 мең һум тәшкил итә.
2019 йылдың ете айы эсендә табиптар һәм фельдшерҙар яман шеш ауырыуының 1650 осрағын иртә стадияла асыҡлай алған. "Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса һәр хеҙмәткәргә 5-әр мең премия түләнгән. Бүленгән аҡса күләме 12 миллион һум тәшкил иткән, был турала Башҡортостан башлығының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итте.
“Ошо маҡсат өсөн республика бюджетында 30 миллион һум аҡса ҡаралған. Шуның 12 миллионы тотонолдо, ғинуарҙан июлгә тиклем яман шеш ауырыуының 1650-нән артыҡ осрағы асыҡланған”,- тип белдерәләр.
Премиялар түләү тураһындағы указға Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров май айында ҡул ҡуйҙы. Һәр асыҡланған ауырыу осрағы өсөн премия биш мең һум тәшкил итә. Төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, төп үлем сәбәптәренең береһе булып яман шеш ауырыуы (14,6%) тора, биш йыл эсендә был күрһәткес 23%-ҡа тиклем тиерлек күтәрелгән. Йышыраҡ үпкәләрҙәге, күкрәк һәм ашҡаҙан аҫты биҙҙәренең, эсәк, ашҡаҙандағы яман шеш ауырыуы сәбәпле үлем осраҡтары теркәлә.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты 2024 йылға тиклем хеҙмәт йәшендәге халыҡ араһында (100 мең кешегә 350 осраҡҡа тиклем) үлем күрһәткестәрен кәметеүҙе, тәүге медицина-санитар ярҙам күрһәтеүсе медицина ойошмаларында кадрлар етешмәүҙе бөтөрөүҙе, граждандарҙы йылына бер мәртәбәнән кәм түгел профилактик тикшереүҙәр үтеүгә йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. 2019-2024 йылдарға Рәсәй буйынса милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 1,7 трлн. һум аҡса тотоноу планлаштырыла.
Читайте нас: