Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2019, 11:16

Өфөлә урта һәм кесе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында “Минең бизнес” тип аталған үҙәк асылды

Өфөлә урта һәм кесе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында “Минең бизнес” тип аталған үҙәк асылдыУның төп маҡсаты булып урта һәм кесе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү институттарын бер урында туплау тора.

Шаршамбы көн Өфөнөң Конгресс-холында эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында булдырылған “Минең бизнес” үҙәген асыу тантанаһы үтте. Ул үҙ эшен асырға һәм үҫтерергә теләүселәргә методик ярҙам күрһәтәсәк. Был үҙәкте асыу “Кесе эшҡыуарлыҡ” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.
“Беҙ клиенттар өсөн “Минең бизнес” үҙәген астыҡ. Уның төп маҡсаты - урта һәм кесе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү институттарын бер урында туплау. Ул үҙ эсенә эшҡыуарлыҡ, социаль өлкәләге яңылыҡтарҙы тормошҡа ашырыуға ярҙам итеү, төбәк инжинирингы, халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре үҙәктәрен берләштерә. Шулай уҡ экспортты үҫтереү үҙәге менән килешеү төҙөнөк, уларҙы ла бында саҡырҙыҡ”, - тип белдерә Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәисе Римма Бойцова.
Был үҙәктә лицензия, субсидиялар буйынса мәсьәләләрҙе хәл итергә, юридик шәхесте теркәргә, корпорация хеҙмәттәренән ҡулланырға мөмкин. Беренсе көн секцияларҙа аралашыу форматында үтте. Эшҡыуарҙарҙан тыш, район хакимиәттәренең эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙары ҡатнашты. Был яңы вазифа Радий Хәбиров ҡарары менән булдырылған. "Бында килгәс, кеше фотоға төшә аласаҡ, нотариус эшләйәсәк” - ти Александр Сидякин.
Киләһе йылдан бындай үҙәктәр республиканың барлыҡ ҡалаларында булдырыласаҡ.
Урта һәм кесе эшҡыуарлыҡҡа һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына булышлыҡ итеү” милли проекты ошо өлкәләге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа шарттарҙы яҡшыртыу, уларҙың финанс ресурстары мөмкинлеген киңәйтеү, ауылдарҙағы кооперация һәм фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу проекттарын үҙ эсенә ала.
Читайте нас: