Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2019, 03:58

“Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге эш башланы

“Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге эш башлай

“Мәғариф” милли проекты белем биреүҙең сифатын күтәреү менән бергә уҡыу учреждениеларында уңайлы шарттар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Республикала ошоға бәйле яңы мәктәптәр төҙөү, биналарҙы яңыртыу, ремонтлау, яңы технологиялар алыу эштәре йылдам бара. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тармаҡ алдына ҡуйған төп бурыстарының береһе был. Етәксенең күрһәтмәләренә ярашлы, республикала ошо йылда бихисап эш атҡарылды.
Белем көнөндә мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлек барышы менән етәкселәр яҡындан танышты. Мәҫәлән, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина Шишмә районының Алкин-2 ауылындағы Рөстәм Абзалов исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбендә булды.
“Мәғариф” милли проектына ярашлы, бында төп һәм өҫтәмә уҡытыу программаларын тормошҡа ашырыу өсөн бөгөндән “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге эш башлай.
“Беҙгә ике яңы класты күрһәттеләр. Уларҙа дәрестәр федераль программа буйынса үткәреләсәк. Был кабинеттарҙа балаларға командала эшләргә, фекерҙе дөрөҫ еткерергә, креатив идеяларҙы үҫтерергә һ.б. өйрәтәсәктәр, шахмат уйнарға, мәғлүмәти технологияларҙы үҙләштерергә мөмкин”, – тине Ольга Панчихина.
Мәктәп “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проекты саралары пландарын үтәү өсөн эшләнгән методик күрһәтмәләрҙе алған. Үҙәктең бурысы – “Технология”, “Математика һәм информатика”, “Физик культура һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙҙәре” предметтары буйынса төп дөйөм белем биреү программаларын үҙләштергән уҡыусыларҙы йөҙ процентҡа еткереү, шулай уҡ балаларға һанлы, тәбиғи-фәнни, техник, гуманитар йүнәлештәр буйынса дәрестән тыш өҫтәмә белем алыу мөмкинлеген булдырыу.
Үҙәк халыҡтың дөйөм мәҙәни компетенцияларын, яңы технологиялар менән файҙаланыу йәһәтенән грамоталылығын үҫтереү маҡсатында ла файҙаланыласаҡ. Ольга Панчихинаның һүҙҙәренсә, мәктәп райондың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, грант конкурстарында даими ҡатнаша – бындай ғәмәлдәр йәш быуынға заманса белем биреүгә тос өлөш индерә.
"Башҡортостан" гәзитенән алынды.
Читайте нас: