Рух
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2019, 21:56

Башҡортостанда «Йырсы ауыл» республика конкурсы старт ала

Башҡортостанда «Йырсы ауыл» республика конкурсы старт ала

Башҡортостанда «Йырсы ауыл» республика конкурсы старт ала. Ауыл биләмәләре араһында үткәреләсәк яңы ижади бәйге 2019 йылдың октябренән 2020 йылдың октябренә тиклем бара, тип хәбәр итә халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.
Программала - концерт номерҙарын тыңлау, тыңлау йомғаҡтары буйынса ижади лабораторияларҙы, иң яҡшы коллективтар һәм башҡарыусылар ҡатнашлығында йомғаҡлау концерты, еңеүселәрҙе бүләкләү.
Сарала райондарҙың ауыл тораҡ пункттарының үҙешмәкәр йыр коллективтары (халыҡ йыры, фольклор йыры, эстрада йыры ансамблдәре; ғаилә ансамблдәре; ир-егеттәрҙең йыр ансамблдәре һәм яңғыҙ башҡарыусылар) ҡатнашасаҡ. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәгән.
Конкурс өс этапта ойошторола. Һайлап алыу 2019 йылдың октябре-декабрендә республика ауылдарында конкурс ҡарауҙары формаһында уҙғарыла (ауыл мәҙәниәт йорто, ауыл клубы, ауыл күп функциялы клубы).
Икенсеһе - район этабы 2020 йылдың февраль-майайҙарында беренсе этапҡа үткән ҡатнашыусыларҙы айырым график буйынса ҡарау (ҡала мәҙәниәт һарайы, район мәҙәниәт йорто, социаль-мәҙәни үҙәк).
Конкурстың өсөнсө республика этабына (2020 йылдың октябрендә уҙғарыла) – икенсе этапҡа үткән 1-се дәрәжә лауреаттар ғына ебәрелә.
Өфөлә Гала-концертта иң яҡшы коллективтар һәм башҡарыусылар сығыш яһай. Конкурс еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы менән тамамлана.
Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, район хакимиәттәре.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 289-66-96, 8-905-355-44-20, 8-987-103-48-44 — Кондакова Наталья Михайловна, Республика халыҡ ижады үҙәгенең вокаль-хор жанры буйынса баш белгесе.
http://www.bashinform.ru/news/1348490-v-bashkirii-vpervye-proydet-konkurs-poyushchaya-derevnya/
Читайте нас: