Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2019, 11:56

Башҡортостанда башҡорт телен үҙаллы өйрәнеү өсөн мобиль ҡушымта әҙерләйҙәр

Башҡортостанда башҡорт телен үҙаллы өйрәнеү өсөн мобиль ҡушымта әҙерләйҙәр

Башинформ мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, проекттың заказсыһы — Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы. Ҡушымта Android һәм iOS мобиль ҡулайламаларында эшләргә тейеш, тип хәбәр ителә дәүләт һатып һатып алыуҙары сайтында баҫылған тендерҙа.
2,5 миллион һумға тиклем контрактҡа ҡул ҡуйыу күҙаллана.
Конкурс 24 сентябрҙә үтергә тейеш. Ҡушымта 50 көн эсендә әҙер булырға тейеш.
Подрядсы алдан башҡорт теленең лексикаһы, терминологияһы, морфемикаһы һәм грамматикаһы буйынса тикшереү үткәрергә бурыслы. Ҡушымта Breakthrough Level (элементар) кимәле өсөн әҙерләнә. Унда эҙләү системаһы, «Һайланма», «Яҙмалар» һәм башҡа рубрикалар булырға тейеш.
Заказсы башҡортса мәҡәл-әйтемдәрҙе, башҡортса-русса һәм русса-башҡортса һүҙлектәрҙе һәм башҡа функцияларҙы файҙаланыуҙы күҙ уңында тота.
Юридик фәндәр кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Айнур Хәйбуллин башҡорт теленән әҙерләгән үҙөйрәткес ярҙамында телде өйрәнә башларға мөмкин. 2019 йылдың апрелендә мобиль операция системалары өсөн яңы версия әҙерләүҙәре билдәле булды, ул быйыл уҡ эшләй башлай һәм уны Google Play, App Store электрон майҙансыҡтарынан күсереп алырға була.
http://www.bashinform.ru/news/1348069-v-bashkirii-razrabotayut-mobilnoe-prilozhenie-samouchitel-po-bashkirskomu-yazyku/
Читайте нас: