Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2019, 12:38

Башҡорт яҙыусыһы Флүр Ғәлимов Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы лауреаты булды

Башҡорт яҙыусыһы Флүр Ғәлимов Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы лауреаты булды

Мәскәүҙә Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһының 2019 йылғы беренсе лауреаттарын атанылар.
Башинформ мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, улар араһында Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы, «Вече» нәшриәте һәм «Рәсәй яҙыусыһы» сайты тәҡдиме буйынса, «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы өсөн Флүр Ғәлимов (Өфө), «Крымский мост» һәм «Святые грешники» романдары өсөн Александр Лапин (Воронеж) һәм һуңғы йылдарҙағы шиғырҙары өсөн Анатолий Аврутин (Минск) бар.
Флүр Ғәлимов — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы, хикәйәләр, повестар, романдар һәм республика театрҙарында ҡуйылған бер нисә пьеса авторы. «Яңы башҡорт» тигән популяр романы башҡорт әҙәбиәтенә яңы тема һәм яңы герой алып килде.
«Аҙғын тәүбәһе» китабының төп геройы — һәләтле рәссам һәм эшҡыуар Салауат Байғазин. Китап геройҙың тормош мәғәнәһен һәм мәңгелек һорауҙарға яуаптар эҙләүенә арналған. Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы 2018 йылда Мәскәүҙә «Художестволы әҙәбиәт» нәшриәтендә, баш ҡаланың «Юность», «Роман-газета» журналдарында баҫылып сыҡты. Трилогия рус, инглиз һәм төрөк телдәренә тәржемә ителде.
Читайте нас: